RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡынса һөҙөмтәләр бар

19.09.2016 Яҡынса һөҙөмтәләр бар

Яҡынса һөҙөмтәләр бар Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына бер мандатлы округтар буйынса депутаттар һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен баҫтырҙы.
Өфө бер мандатлы округында “Берҙәм Рәсәй”ҙән Павел Качкаев еңеп сыҡты. Уны 157 120 кеше хуплаған. Икенсе урында 51 252 тауыш менән Александр Ющенко.
Благовещен округында ла власть партияһынан Илдар Бикбаев еңеп сыҡты, уға 182 259 һайлаусы тауыш биргән.
Белорет округынан кандидат Зөһрә Рәхмәтуллина ла 127 013 тауыш йыйып дәғүәселәрен күпкә артҡа ҡалдырған. Ул ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (53 555), “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Гаджимурат Омаров (29 722) менән һынашты.
Салауат бер мандатлы округында еңеүсе – Зариф Байғусҡаров. Ул 174 345 тауыш йыйған, ә дәғүәселәре “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Раил Сарбаевты – 51 379, Коммунистар партияһынан Юнир Ҡотлоғужинды 43 405 кеше һайлаған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһынан тағы бер еңеүсе – Стәрлетамаҡ округынан Алексей Изотов. Ә бына Нефтекама округында власть партияһы түгел, “Гражданлыҡ платформаһы” кандидаты Рифат Шайхетдинов алға сыҡҡан. Уның өсөн 146 324 мең һайлаусы тауыш биргән. Бәлки, еңеүе мөмкин дә булмаҫ ине, шул округтан “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттары Рафаэль Мәрҙәншин менән Рима Баталова төбәк исемлеге буйынса һайланыуҙары сәбәпле, дәғүәләшеү стартына сыҡманы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы