RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәттә – көҙ, күңелдә – яҙ

14.11.2015 Тәбиғәттә – көҙ, күңелдә – яҙ

Ғөмүмән, ҡоролтайҙар – милләт-ара һәм диндәр араһындағы һаҡһыҙ оронһаң ыуалырға торған мәсьәләләр тураһында олпатлыҡ менән кәңәш ҡороу өсөн ғәйәт уңай урын. Республиканың ижтимағи тормошонда башҡорттарҙың ҡоролтайы шуныһы менән дә мөһим булды: уның тәүгеһенән һуң Башҡортостанда йәшәүсе рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, алман, латыш һәм башҡа ҡәүемдәр­ҙең съездары һәм конференциялары үтте. Улай ғына ла түгел, йыйылып кәңәшләшеү үҙен аҡлаған традицияға әйләнде.


Мәрхәбә, ҡоролтайға утлы сәләм...
Шәйехзада БАБИЧ.


Тәбиғәттә – көҙ, күңелдә – яҙЫсындан да, тормош – диңгеҙ, ғүмер аҡҡан һыу икән. Башҡорттарҙың I Бөтә донъя ҡоролтайы ун йыл әүәл, 1995 йылдың июне башында, йыйылғайны. Бына хәҙер, ошо традицияны дауам итеп, ҡорға ҡунаҡтарҙы инде дүртенсе тапҡыр көтәбеҙ. Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә үҙ холҡо, әҙәм балаһы менән алдан килешелмәгән законы. Шулай ҙа Мәүлә әллә халыҡтың кәйефенә оло ихтирамын күрһәттеме икән, ул йыл ҡар бик иртә иреп аҡҡайны. Һаҡмар, Йүрүҙән, Дим туғайҙарында муйыл мөҙҙәтенән элек сәскә атты, кәкүктең дә тауышы күпкә иртә асылды. Хатта күп йәйҙә ҡыуандырып бармаған йәйғор ҙа биҙәкле дуғаһын асманға йыш ҡына элер булды. Күптәнге ҡояшҡа ҡыҙынып ултырыуҙан түгел, әммә ул яҙ менән йәй осрашҡан саҡта тәбиғәт, үҙенең наҙлы йылыһы менән, беҙҙең яҡтарға ашҡынып килгәйне шикелле.

Йонсоуыраҡ, ямғырлы-ҡарлы булһа ла, быйылғы көҙгә лә үпкәләйһе түгел. Хеҙмәт емеше һәм еребеҙҙең бәрәкәте булып, ашъяулыҡта әпәкәй ҡояштай балҡып ята. Йорт-еребеҙ имен, туғандарыбыҙ – яныбыҙҙа, дуҫ-иштәр әүәлгесә күп. Тормоштоң кәмселектәренә ҡәһәтләнмәй, күңелдәребеҙҙә асыуҙы оялатмай, татыулыҡ менән именлекте күҙ ҡараһындай һаҡлап йәшәп ятыуыбыҙ.

Зарурлығы булғанда ошондай йыйындар үткәрелә икән, тимәк, халыҡтың атлар юлын аныҡлау һәм тормоштағы күп мәсьәлә араһында иң мөһимен теүәлләү өсөн осраша тороу кәрәк. Тәүге ҡоролтай, Башҡортостан тарихында бик күп йылдан һуң үткәрелгәнгәме, байрамсараҡ кәйеф алғайны. Әммә ул, делегат булараҡ үҙем шаһит, дуҫтар, туған­дар­ҙың осрашыуы ни ҡәҙәре генә ҡыуаныслы тойолмаһын, күмәкләшеп кәйеф-сафа ҡороу түгел ине. Артабанғы ҡоролтайҙарҙа ла ҡабул ителгән документтар, тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр даирәһенән күтәрелеп, дәүләтселек, иҡтисад, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, милләттәр, диндәрҙе бәйләүсе юлдар мәсьәләләренә төп иғтибарҙы йүнәлтте. Сөнки илеңдә лә, тотош донъяла ла ығы-зығы булмаһа, ауырлыҡтар ҙа еңелерәк кисерелә, уңыштар ҙа тиҙерәк килә. Йәнә лә ҡоролтайға әҙерлек осоронда уҡ дәүләт хакимлығы органдары менән йәмәғәтселектең хеҙмәттәшлеген артабан камиллаштырыу юлдары һәм әмәлдәре табыла. Ғөмүмән, ҡоролтайҙар – милләт-ара һәм диндәр араһындағы һаҡһыҙ орон­һаң ыуалырға торған мәсьәләләр тураһында олпатлыҡ менән кәңәш ҡороу өсөн ғәйәт уңай урын. Республиканың ижтимағи тормошонда башҡорттарҙың ҡоролтайы шуныһы менән дә мөһим булды: уның тәүгеһенән һуң Башҡортостанда йәшәүсе рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, украин, алман, латыш һәм башҡа ҡәүемдәрҙең съездары һәм конференциялары үтте. Улай ғына ла түгел, йыйылып кәңәшләшеү үҙен аҡлаған традицияға әйләнде.

Ваҡыт беҙҙең өҫтән осоп уҙа, ләкин күләгәһен артыбыҙҙан ҡалдыра, тигән һүҙ бар. Донъяның күпселек халҡы хәҙер үҫешкә, алға ынтылып йәшәй. Дөйөм кешелек ғаиләһенән тороп ҡалмау өсөн шунһыҙ мөмкин дә түгел.

Барына ата – Уралым,
Барына әсә – Уралым.
“Ай, Уралым, Уралым” тигән ҡобайырҙа шундай юлдар бар.

Ҡобайыр, билдәле булыуынса, берәй мөһим тарихи ваҡиғаға йәки батырҙарҙы данлауға арналған боронғо шиғри әҫәр, көйһөҙ йыр. Юғарыла әйтелгән һүҙҙәр иң тәүҙә кемдең теленә килгәндер, ҡасан, ниндәй уңай менән әйтелгәндер, хәҙер, бәлки, мөһим дә түгелдер. Икенсе нәмә ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Ырыу-ҡәбиләләргә бүленеп, бүтән халыҡтар менән осраҡлы ғына аралашып йәшәгән бик боронғо замандарҙа ла сәсәндең аңында ер-донъяның ифрат киңлеге, уның һәр халыҡ өсөн дә уртаҡ икәнлеге шик тыуҙырмаған. Хәйер, төрлө телле, төрлө ғөрөф-ғәҙәтле халыҡтарҙың бер-береһенән ситләшеүе мөлкәт, ер-ырыу, хакимлыҡ идеялары тамырлана барған һайын көсәйгән. Ерҙең төрлө тарафын, төрлө байлығын үҙләштергән һайын, уларҙы табыу наҡыҫлан­ған, бер халыҡтың тормошо икенсеһендә көнләшеү уятҡан. Халыҡтарҙың ҡайһы саҡ бер-береһе менән яҡынайыуы уртаҡ дошманға ҡаршы тороу йә бәлә-ҡазаны бергәләп еңеү зарурлығы менән генә килеп тыуһа, ерҙә үҙе генә хужа, яңғыҙы мөлкәтле булып йәшәү ниәте күп халыҡта өҫтөнлөк итә килгән.

Шул уҡ ваҡытта халыҡтар, бәйеттәге Саҡ менән Суҡ ише, бер-береһен күрә алмай интеккән ике бер туған ир бала һымаҡ, айырым-айырым йәшәргә тейеш түгел. Яныңда таянырлыҡ һәм кәрәк саҡта ярҙам алырлыҡ арҡаҙаштар юҡ икән, һин донъя бәлә-ҡазаларынан ҡотола алмайһың. Усаҡтарҙа бит ҡуҙ бер-береһенә күсергәндә генә һүнмәй, ҡыҙыу­лығын һаҡлап ҡала. Йылға үрендә йәшәгән ауыл халҡы, түбәндәрәк тә ауылдар барлығын һәр ваҡыт хәтерендә тотоп, һыуҙы самаһыҙ сарыф итмәҫкә, уны болғатмаҫҡа тырыша. Ҡояштың нурын, һулар һауаны, күк көмбәҙен бүлгеләргә әмәлдәр юҡ. Шуның кеүек, мәҙәниәттәре, телдәре, диндәре төрлө тип һаналған халыҡтарҙы барыбер йыр сығарыу һәм китап яҙа белеү, икмәк үҫтереү зарурлығы, бала һөйөү һәм ҡорал тота алыу берләштерә. Телен аңламаған хәлдә лә, кешенең моңон, ҡыуанысын һәм ҡайғыһын йөрәгең аша тартып алаһың. Кешелек тарихы, ҡанлы сәхифәләрен күп яҙһа ла, оло дуҫлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ миҫалдарын да бихисап белә.

Башҡортостандың ысын мәғәнәһендә туғанлыҡ иле булыуы хаҡында һәр ваҡыт яҙыла килә. Мостай ағай әйтмешләй, туғанлыҡты яңыртып тороу һис ҡасан да артыҡ түгел. Һәм төрлө милләткә ҡараған халыҡтар­ҙың Башҡортостан ерендәге туғанлыҡ тамыр­ҙары тәрәнгә китә.

Тыуған төйәгебеҙ, әлбиттә, боронғо замандарҙа ла кеше аяғы баҫмаҫтай алыҫ төбәктәр­ҙә ятҡан “terra incognita”, билдәһеҙ ер, булмаған. Әлеге тарих сәхифәләренә тағы ла мөрәжәғәт итһәк, әллә күпме сәйәхәтсе, ғалим-тикшеренеүсенең Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәренә юлығабыҙ. Ибн-Фаҙлан, әл-Бәлхи, Ибн-Даст, әл-Мәсүди, Иҙриси кеүек тарихсылар, сәйәхәтселәр, географтар Волга менән Тубыл йылғалары араһында йәшәүсе күп һанлы ҡәбиләләр тураһында ҡиммәтле документтар ҡалдырған, ошо төбәктәге төрки телле башҡорт атлы халыҡтың иле тип атаған. Ошо илдә итальян руханийы Плано Карпини, венгр монахы Юлиан, фламанд мосафиры һәм монахы Виллем Рубрук булып киткән.
Волга менән Тубыл араһы, Көньяҡ Урал – ҡитғалар сикләшкән, күсмәнде халыҡтар үткән, ҙур-ҙур яуҙар шаулаған урын. Волга, Урал үҙҙәре үк хакимдарҙың күҙен ҡыҙҙырырлыҡ байлыҡ сығанағы булған. Ә байлыҡ ҡайҙа – талаш-тартыш та шунда. Аҡһаҡ Тимер, Туҡтамыш хан, Батый менән Сыңғыҙ яуҙары, Урта Азия яғынан ҡаҙаҡтарҙың ҡыҫымы, көнсығышта – Себер ханлығы, төньяҡ-көнбайышта – ҡеүәтле Ҡазан ханлығы. Шундай ижтимағи-сәйәси көстәр уртаһында көн күреүе, шул уҡ ваҡытта мәртәбәле дәүләтселеккә эйә булыу хыялынан ваз кисмәгән халыҡҡа ниндәйҙер мөстәҡиллек тураһында етди уйланырға мөмкинлек булмаған. Ләкин был башҡорт халҡының үҙ дәүләтен ҡороуға ынтылыш яһамауын дәлилләмәй. Киреһенсә, IX – ХII быуаттарҙа башҡорт ҡәбиләләренең Мәсем хан башында торған дәүләте булыуы хаҡында тарихи-этнографик мәғлүмәттәр бар. Башҡорт шәжәрәләрендә ХIII быуаттың 20-се йылдарында башҡорт илендә Мөйтән бей һәм Майҡы бей исемле ҡеүәтле хандар­ҙың хакимлыҡ итеүе хаҡында әйтелә.

Ошо осорҙа башҡорттар – Сыңғыҙ хан империяһы составына, ә һуңыраҡ Алтын Урҙаға инә. Тарихтан мәғлүм булыуын иҫтә тотоп, беҙ был хәлгә оҙаҡ туҡталмайыҡ. Шул мөһим: ул замандарҙа Көньяҡ Уралға бүтән күсмә ҡәбиләләр килеп тула, улар рәсми хакимиәткә терәк була, ә башҡорттарға яһаҡ түләү, хәрби хеҙмәт үтәү бурысы йөкмәтелә. Оло яуҙар, төрлө ҡеүәтле ижтимағи-сәйәси көстәрҙең тартҡылашында ҡайнау башҡорттарҙың иҡтисади тормошон тарҡатҡан. Шул уҡ ваҡытта халыҡ этно-мәҙәни үҙенсәлеген һәм этник үҙаңын һаҡлап алып ҡалған. Башҡорттарҙың этник тотороҡлоғоноң юғары кимәлдә булыуын уларҙың монгол баҫҡынсыларына даими ҡаршылыҡ күрһәтеүе лә дәлилләй. Унан алда уҡ Башҡортостанға Бөйөк Болғар менән Урта Азиянан ислам мәҙәниәте үтеп инә башлай. Болғар дәүләте менән башҡорт ҡәбиләләренең тығыҙ хеҙмәттәшлеге, тел, мәҙәниәт, һөнәрселек өлкәләрендәге яҡынлыҡ башҡорт халҡының артабанғы яҙмышында ҙур роль уйнай.

Тарихсылар фекеренсә, Башҡортостандың (әлбиттә, был исем ул ваҡыттарҙа дәүләт мәғәнәһен үҙ эсенә алмаған) Рус дәүләтенә ҡушылыу процесы Иван Грозный батшаның 1545 – 1552 йылдарҙа Ҡазанға яһаған походы һөҙөмтәһендә шул ханлыҡтың тарҡалыуынан һуң башланған. Был ынтылыштың сәбәптәре ҡатмарлы һәм фажиғәле. Башҡорт ҡәбиләләренең тарҡаулығы, бер яҡтан, ниндәйҙер формалағы милли дәүләт булдырыуға мөмкинлек бирмәйенсә, икенсенән, башҡорттар­ҙың Көнбайыш, рус цивилизацияһы менән бәйләнеше фәҡәт Бөйөк Болғар аша ғына тормошҡа ашырылған. Унан һуң, халыҡтың үҙ мәртәбәһен белеп йәшәүгә ынтылышы ла тәбиғи. Башҡорттар яһаҡтан, төрлө хан­лыҡтар­ға буйһоноуҙан азат булырға тырыш­ҡан. Ундай хыял хатта халыҡ ижадында ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, “Ек Мәргән” эпосында әкиәти хәлдәр ХV – ХVI быуаттарҙағы күсмә ҡоролоштоң тарихи ысынбарлығы менән үрелеп бара. Эпос геройы Ек Мәргән халыҡты Ҡазан ханына яһаҡ түләүҙән ҡотҡара. Шундайыраҡ мотивтар башҡорт халыҡ ижадының башҡа өлгөләрендә лә күренеп ҡала.
Билдәле булыуынса, башҡорт ерҙәре, бүлгеләнгән булғанлыҡтан, Рус дәүләтенә бер юлы һәм бер ваҡытта ғына ҡушыла алмай. Әммә был акцияның зарурлығын аңлаған башҡорт ырыуҙары башлыҡтары Айсыуаҡ, Иҫке, Ҡаракүҙәк, Ҡәнзәфәр, Тәтегәс, Шәғәле Шаһман һәм башҡа бейҙәр Иван Грозныйҙың Ҡазандағы наместнигына Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттары тураһында һөйләшеп килешеүгә барыуҙы кәрәк тип таба. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы ирекле, халыҡ һайлаған яҙмыш булған, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Ҡазан рус ғәскәрҙәре тарафынан алынғас та Иван IV башҡорт халҡына Рус дәүләте составына үҙ ирке менән инергә саҡырып мөрәжәғәт иткән. 1556 – 1557 йылдарҙа башҡорт илселәре батшаның Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттары теркәлгән грамотаһын ала. Хөкүмәт башҡорттарға Нуғай һәм Себер хандарының баҫҡынсыларынан яҡлауҙы, тышҡы дошмандарҙан ҡурсалауҙы, ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлауҙы, халыҡтың диненә, йәмғиәттең эске эштәренә ҡағылмауҙы вәғәҙә итә. Быға яуап итеп, башҡорттар үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәргә, яһаҡ түләргә тейеш була.

Башҡортостандың Рус дәүләте менән яҡынайыуына икенсерәк ҡараштар ҙа бар. Америка тарихсыһы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Алтон Доннелли Башҡортостандың ХVI – ХVIII быуаттарҙағы тарихын Көнбайыш историографияһында беренсе булып ентекләп тикшергән. Ул Башҡортостандың Рус дәүләтенең эске бер өлкәһенә әүерелеүен уның Уралға ҡарата экспансияһы һөҙөмтәһе тип билдәләй. Бындай ҡараш “Рәсәйҙең Башҡор­тостанды яулап алыуы”, “Империализм тарихы сәхифәләре” тигән хеҙмәттәрендә асыҡ сағылыш тапҡан.

Бөгөнгө һүҙ тарих төпкөлдәренә тәрәнәйеүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Шуны ғына әйтәйек: Башҡортостандың Рус дәүләте составына инеүе феодаль үҙ-ара ыҙғыштарға сик ҡуйған, һөҙөмтәлә хужалыҡ үҫеш алған, халыҡ һаны ишәйгән. Башҡортостанға рус крәҫтиәндәре һәм һөнәрселәр күсеп ултыра башлаған. Башҡорттар менән улар араһында хужалыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр барлыҡҡа килгән. Дәүләттең көнсығыш сиктәре нығынған.

Әлбиттә, тарих ҡағыҙҙа яҙылғанса ғына шыма бармай. Хакимдар һүҙе лә йыш ҡына елгә оса. Ләкин, ниндәй генә замандар килмәһен, ябай халыҡ тыуған, үҫкән еренә тоғро ҡала. Сөнки Ватанды һайлап алмайҙар – унда йәшәйҙәр.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы