«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Почтальондарыбыҙға – бүләк



11.12.2012 Почтальондарыбыҙға – бүләк

Почтальондарыбыҙға – бүләкБаҫмабыҙҙы таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән, айырыуса күп көс һалған почта хеҙмәткәрҙәренә «Йәшлек» гәзите көтөлмәгән бүләк эшләне – «ҡурай» каналы концертына саҡырыу билеттары тапшырҙы. Беҙ был бүләкте ҡырмыҫҡалы, Архангел райондары почтальондарына эшләргә булдыҡ. Гәзитебеҙҙе иң күп алдырыусылар рәтендә тап ошо райондар тора. Бик ҡыуанып ҡабул итте саҡырыуҙы хеҙмәткәрҙәр, Өфөгә ашҡынып килеп еттеләр. Концерт ҡарарға ла, үҙ-ара һөйләшеп алырға ла ваҡыт табылды.
Гәзит таратыу эше еңелдән түгел, бигерәк тә бер-береһенән алыҫ ятҡан төпкөл бәләкәй ауылдарҙа. Һәр бер ауылдың үҙ почтальоны юҡ бит инде хәҙер. Әгәр ҙә район үҙәге ҡырмыҫҡалыға биш почтальон тура килһә, Шәрипҡол, Урал, Алексеевка, Ивановка, Октябрь ауылдарын берләштергән Урал бүлексәһендә ике генә почтальон эшләй.
– Беҙҙә ауылдар бер-береһенән үтә алыҫ урынлаш­ҡан. Шуға күрә почтаны таратып сыҡҡансы байтаҡ ваҡыт үтеп китә, – ти ҡырмыҫҡалы районының һәүәләй бүлексәһе почта начальнигы Флорида ҡужаева. – Эш хаҡының түбән булыуы йәштәрҙе почтальон һөнәренә ылыҡтырмай. Күбеһе Өфөгә йөрөп эшләүҙе хуп күрә. Шулай ҙа матур ғына эшләп йөрөгән йәш ҡыҙҙарыбыҙ бар. Бишауыл-Уңғар ауылында – Гөлнәзирә Солтаҡаева, Ибраһимда Гөлфирә Дәүләтбаева «Йәшлек», башҡа башҡорт баҫмаларын алдырыусылар һанын арттырыуға айырыуса ныҡ булышлыҡ итә.
Флорида ҡужаева үҙе Нуриман районы ҡыҙы, бала сағы ҡырмыҫҡалы районының Яңы ҡыйышҡы ауылында үтә. һәүәләйҙә ете йыл мәҙәниәт йортонда эшләй. Почтала быйыл хеҙмәт итә башлаған.
ҡырмыҫҡалы ауылын хеҙмәтләндергән Рәйхана Ғәлина иһә ете йыл почтала эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әммә, күп тә үтмәй, уны эшкә ҡабат саҡыралар. Дүрт бала әсәһе, ете ейәнгә өләсәй булған ҡатын өлгөлө хеҙмәт күрһәтеп, гәзит уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итә.
Ике районды үҙ эсенә алған почта идаралығының яҙылыу бүлеге начальнигы Миңлегөл Яхина өс тиҫтә йылға яҡын почта хеҙмәтендә. Гәзит алдырыусылар һанын кәметмәү бурысы, ә бәлки, арттырыу эшендә төп көс тап уның иңенә төшә. Уҡыусылар әҙәйгән заманда Миңлегөл апай был маҡсатты лайыҡлы тормошҡа ашырып килә.
– Ике район буйынса 41 мең дананан ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы килә, ҡайһы саҡта 45 меңгә лә етә. “Йәшлек” гәзитен, ғәҙәттә, 500 тирәһе дана алдыралар, – ти ул.
Ғәфүрә Ғафарова ҡырмыҫҡалы ауылының 15 урамын хеҙмәтләндерә. Айырыуса башҡорт баҫмаларын уҡырға ярата ул. Шуға күрә лә уҡыусылар өсөн үҙе өлгө булып тора.
– Гәзит алдырыусылар мине яҡшы белә. Почта тарат­ҡанда уҡ яҙылып ҡалалар. Ғөмүмән, беҙҙә матбуғатты алдырыусылар күп, шуға күрә өгөтләп йөрөргә лә тура килмәй. Йәштәр нигеҙ ҡора, тимәк, яҙылыусылар һаны арта бара, – ти Ғәфүрә апай.
Берҙәм эшләгән ваҡытта ғына гәзит уҡыусыға барып етә. Был хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары почтальондары хеҙмәтендә күрҙек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға