«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!



24.06.2019 Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

« Йәшлек» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған тоғро уҡыусыларыбыҙ бүләкле лә, гәзитле лә булды. Приздарҙы уйнатыуҙың барыһына ла асыҡ булыуын, уйындың ғәҙел шарттарҙа үтеүен күрһәтеү өсөн « Аҙна һайын – бүләк» уйынына Башҡортостан юлдаш телевидениеһының « Сәләм» тапшырыуында йомғаҡ яһаныҡ.

Редакцияға 400-гә яҡын гәзит уҡыусыбыҙ баҫмаға яҙылыу тураһында квитанцияларының күсермәһен ебәргәйне.

Ҡиммәтле бүләктәр кемдәргә эләкте тиһегеҙме? Төп приз – бензобысҡы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Мансур Ғәлиевҡа эләкте.
Ишембай районының Этҡол ауылынан Айбулат Кинйәбулатов менән Бишбүләк районының Дим ауылынан Флүр Шәймәрҙәнов триммер, Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан Нурия Асҡарова ит турағыс, Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылынан Әхтәм Әбйәлилов сепарат отто. Бишбүләк райоының Аҙнай ауылынан Р. Мөхәмәтшин, Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Эльвира Ишмырҙина электр сәйнүге, Белорет районының Отнурок ауылынан Рәйлә Вәлиева туристик ултырғыс, Йылайыр районының Матрай ауылынан Венера Лоҡманова, Салауат районының Илтәй ауылынан Р. Вәхитова сәй сервизы алып ҡыуанасаҡ.

Бүләктәрегеҙҙең мәнфәғәтен күрергә яҙһын!

Әйткәндәй, кемдәр гәзиткә яҙылмаған һәр айҙың егермеһенә тиклем яҙылһағыҙ, киләһе айҙан баҫмабыҙ киләсәк.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Ю. Кәримов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға