«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!



09.04.2019 Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Тоғро дуҫтар дуҫлыҡҡа бер ҡасан да хыянат итмәй. Тиражыбыҙҙың тотороҡло булыуын, баҫмабыҙҙың йәшәүен теләһәгеҙ, киләһе ярты йылда ла беҙҙән айырылмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Тиҙҙән тыуасаҡ Рамаҙан айында, бәлки, дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙға бүләк эшләп, гәзиткә подписка менән ҡыуанды­рырһығыҙ. «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса ярты йылға яҙылыу хаҡы – 816 һум 12 тин. Индексы – П 2757.

Бүләкле лә булып ҡуйырһығыҙ, бәлки. Киләһе аҙнанан «Аҙна һайын – бүләк» уйынын башлайбыҙ. Бүләккә килгәндә, халыҡҡа бик тә кәрәкле, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әйберҙәр һатып алынды. Барыһы ла шаһиттарҙың күҙ алдында, лототронда уйнатыласаҡ. Һеҙҙән баҫмабыҙға 6 айға яҙылыу тураһындағы квитанцияларҙың күсермәләрен көтәбеҙ!

«Йәшлек» һеҙҙең менән, һеҙҙең өсөн, һеҙҙең хаҡта!





Автор: Т. Аманов
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға