«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!



18.12.2018 «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

Ҡәҙерле милләттәштәр! Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзите – «Йәншишмә»гә лә ҡурҡыныс янай башланы. Яҡын арала уның электрон гәзит кенә булып ҡалыуы бар. Сөнки тиражы аҙ, уны уҡыу­сылар кәмей.

Эйе, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар күп. Әммә улар­ҙың береһе лә артыҡ түгел. «Йәншишмә»беҙҙе юғалтһаҡ, башҡаларына ла ҡурҡыныс янамаҫ тип кем ышандыра ала. Шуға ла беҙгә бергәләп гәзитебеҙҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Әле һуң түгел. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй, бары тик балаларыбыҙ өсөн «Йәншишмә»гә яҙылыу етә.

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Тиҙҙән Яңы йыл етә. Әйҙәгеҙ, “Йәншишмә”гә яҙылып, балаларыбыҙға байрам бүләге эшләйек әле.

Гәзиттең индексы – П2765.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 44 тин.





Автор: "Йәшлек"
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға