RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...

26.03.2011 Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...

Йәштәрҙең гәзит-журнал уҡымауы, балаларҙың әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмауы, ә бар ваҡыттарын телевизор һәм компьютер артында ғына уҙғарыуы бөгөн күптәрҙе борсоуға һалған проблемаларҙың береһенә әүерелде. Китап, ваҡытлы матбуғат аша барлыҡ һорауҙарға яуап табырға өйрәнгән, зиһенен байытҡан, әхлаҡи тәрбиә алған быуын, әлбиттә, китап уҡымаған йәштәрҙең киләсәген күҙ алдына килтерә алмай. Шулай ҙа бөтә йәштәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Улар араһында ла бар китап ене ҡағылғандар һәм балалар һәм йәштәр баҫмаһын даими алдырып уҡып барыусылар. Быны гәзит-журналдарға яҙылыу барышында гәзитебеҙҙә ойошторолоп килгән «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсының һөҙөмтәләре лә күрһәтә.

Быйыл да ул уҡыусылар араһында бик әүҙем, рухлы, республикабыҙҙың лайыҡлы киләсәге булырҙай ҡыҙҙар һәм егеттәр табырға ярҙам итте. Мәҫәлән, яҙылыу кампанияһы башланыр-башланмаҫ, Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусылары – барлығы 17 кеше, гәзиткә яҙылып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға ебәреп тә өлгөрҙө. Ғөмүмән, уҡыусылар араһында «Йәшлек»кә иң әүҙем яҙылыусылар һәр ваҡытта ла Әбйәлил районынан була. Афарин!
Шулай уҡ Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыу­сылары ла «Йәшлек»кә күмәкләп яҙылды.
«Беҙ «Йәшлек» гәзитен көтөп алып, яратып уҡыйбыҙ. Гимназия­быҙҙа был баҫмаға бик күп уҡыусылар тотош синыф менән яҙыла. Гәзит ойошторған конкурстарҙа ла теләп ҡатнашабыҙ. Беҙҙең синыфта барлығы 25 уҡыусы белем ала. Уҙған йылда бергәләп гәзиткә яҙылып, «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүселәр рәтенә ингәс, беҙҙә редакция хеҙмәткәрҙәре менән бик күркәм һәм фәһемле осрашыу үтте. Иҫтәлекле бүләктәр ҙә алдыҡ. Ошо көндән алып ике аралағы дуҫлыҡ тағы ла нығыны. Быйыл да яратып уҡыған баҫмабыҙҙан айырылмаҫҡа булдыҡ», – тип яҙа беҙгә Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге гимназияның 10-сы синыф уҡыусылары.
Республика иҡтисад лицейынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Рәсимә Йомағоловаға ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Тап уның тырышлығы менән бөгөн лицейҙың 57 уҡыусыһы «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡый. Бына шундай рухлы, үҙҙәрендәге ялҡынды уҡыусыларына ла бирә алыусы уҡытыусылар булғанда, милли матбуғатыбыҙҙы алдырыусылар һәм таратыусылар ҙа күбәйер.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!