«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы иҫтәлегенә



18.09.2014 Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы иҫтәлегенә

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы иҫтәлегенәБыл шәмбелә Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы янындағы “Аҡъял” ипподромында ат спорты ярыштары үтәсәк. Йыл да ойошторолған сара быйыл башҡорт халҡының данлы улы, билдәле дәүләт, партия эшмәкәре, ошо төбәктә тыуып үҫкән ир уҙаманы Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.
Башҡорт тоҡомло, ҡатнаш тоҡомло, таҙа ҡанлы, менге аттар һәм юртаҡтар араһында заездар үтәсәк. Еңеүселәргә төрлө приздар һәм ҡолон тапшырыласаҡ.
Бәйге иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ.

Һүрәттә: 2012 йылдағы бәйгенән күренеш







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға