«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәтерһеҙ бурҙарҙы домкрат тотторған



15.09.2014 Хәтерһеҙ бурҙарҙы домкрат тотторған

Хәтерһеҙ бурҙарҙы домкрат тотторған Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә патрулдә булған полицейскиҙар туҡталҡала торған автомобиль аҫтынан нимәнелер алырға маташҡан ике егетте күреп ҡала. Хоҡуҡ һаҡлаусылар был ике шикле әҙәмде туҡтата һәм участокка алып китә.
21 һәм 22 йәшлек был егеттәр туҡталҡаға ҡуйылған “Лада”ның ҡойолған тәгәрмәс дискыларын бик ныҡ оҡшатҡан. Улар уны урлап, үҙҙәренең машиналарына ҡуймаҡсы булған.
Егеттәр тәгәрмәстәрҙе ысҡындырған, ләкин автомобилде күтәргән домкратты онотоп, кире килгән. Тап шул мәлдә уларҙы хоҡуҡ һаҡлаусылар туҡтатҡан да инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға