«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылынырға теләп, машина ҡыуып алып киткәндәр



15.09.2014 Йылынырға теләп, машина ҡыуып алып киткәндәр

Йылынырға теләп, машина ҡыуып алып киткәндәр Стәрлетамаҡта йәшәгән ике туған ағайлы-ҡустылы йылыныр өсөн автомобиль ҡыуып алып киткән.
Ике туғандар һәм уларҙың уртаҡ танышы табын артында төнгәсә ултырғандан һуң араҡылары бөтә. Егеттәр тағы ла хәмер һатып ала. Төнгө сәғәт 4-кә уны ла эсеп бөтөрәләр.
Туғандар таныштарын оҙатҡас, ҡайтырға сыға. Бер аҙҙан улар ныҡ өшөй һәм күп уйлап тормайынса, күп ҡатлы йорт янында торған алтынсы моделле “Жигули” эсенә инеп йылынырға ҡарар итә.
Егеттәрҙең берәүһендә отвертка булған. Улар ҡабыҙыу сымдарын тура тоташтырып, моторҙы тоҡандыра. Ләкин шул мәлдә автомобиль хужаһы тәҙрәнән ҡарай һәм “тимер ат”ын сит егеттәр ҡыуып алып китеүен күрә. Ир полицияға шылтырата.
Бер аҙҙан ағайлы-ҡустылыны юл-пост хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Туғандар бары тик йылынырға теләп, машинаға ултырыуҙарын әйтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға