«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вебкамера буласаҡ водителдәрҙе күҙәтәсәк



08.09.2014 Вебкамера буласаҡ водителдәрҙе күҙәтәсәк

Вебкамера буласаҡ водителдәрҙе күҙәтәсәк Баш ҡаланың водителдәре Затон автодромын яҡшы белә. Автомәктәптәрҙә уҡыусылар тап шунда төрлө күнегеүҙәр яһай, машина йөрөтөү буйынса имтихандар тапшыра. Ике урында туҡталҡаға ҡуйыу, тауға менеү кеүек маневрҙар яһап булһа, махсус юлдарҙа тамғалар, разметка, светофорҙар урынлаштырылған. Быныһы иһә ҡала эсендәге юл хәрәкәте менән таныштыу мөмкинлеге бирә.
Яңыраҡ автодромдың имтихан майҙансығында вебкамера урынлаштырылды. Хәҙер һәр теләгән кеше республикабыҙҙың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдиновтың блогына инеп, туғандары, таныштарының нисек машина йөрөтөүен күҙәтә ала.
Эксперимент тәүгә үткәрелә. Киләсәктә республиканың башҡа автодромдарына ла видеокамералар ҡуйыу планлаштырылған. Был иһә машина йөрөтөү буйынса имтихандарҙың ғәҙел тапшырылыуына булышлыҡ итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға