«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Батыр һүҙе менән тупланайыҡ



05.09.2014 Батыр һүҙе менән тупланайыҡ

 Батыр һүҙе менән тупланайыҡБашҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы, Мәҙәниәт йылы сиктәрендә шиғри флешмоб үтәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары! Акцияға берҙәм һәм дәррәү ҡушылығыҙ! Йөрәгендә батыр рухын, аманатын йөрөткән, күңелендә Салауатҡа һоҡланыу хистәрен һаҡлаған, үҙен башҡорт тип һанаған, Башҡортостан йәмғиәтенең тоғро вәкиле булған һәр кемде ошо сараға саҡырабыҙ. Туған телгә, еребеҙгә, милли батырыбыҙға булған изге тойғоларыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе һәм ойошҡанлығыбыҙҙы эш менән күрһәтәйек.

Батырыбыҙҙың ижадын пропагандалау, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү, мәҙәниәттә һәм әҙәбиәттә Салауат образын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Йәш һәм милләт буйынса сикләүҙәр юҡ. Салауат Юлаев ижад иткән шиғырҙар башҡорт телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә яңғыраясаҡ.

Шиғри флешмоб милли батырыбыҙҙың вафат булған көнөндә, 26 сентябрҙә, үтәсәк.

Сара Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәле янында көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Ә Салауат районының Тәкәй ауылында, Учалы районының Шәрип ауылында һәм Эстонияның Палдиски ҡалаһында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Шулай уҡ ошондай сараны һәр район, ауыл, ял итеү парктары ла үткәрһә, бик шат булыр инек.
Белешмә өсөн телефондар:

Өфө ҡалаһы – (347) 252-39-99, 8-917-35-39-883,
Малаяҙ – (34777) 2-13-69,2-08-52, 8-927-352-70-45,
Учалы – (34791) 3-97-81, 8-905-359-60-86.

Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға