«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алтын табыусыларға музей асылды



03.09.2014 Алтын табыусыларға музей асылды

Алтын табыусыларға музей асылдыБаймаҡ ҡалаһында райондың алтын табыусыларына арналған мемориал һәм музей асылды. Ул асыҡ һауала – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы биләмәһендә урынлашыуы менән үҙенсәлекле.
Мемориалға былтыр уҡ нигеҙ һалынған. Уның проектын һайлау ҙа ярайһы уҡ ҡыҙыу барған. Артабан күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн Баймаҡ районында табылған ҡаҙылма байлыҡ рудаһы өлгөләре килтерелгән.
Алтын табыусыларға мемориал асыу идеяһы менән Түбә руднигы ветерандары сығыш яһаған. Уларҙың күптәре 1932 йылдан алып 1967 йылға тиклем эшләгән тау техникумында уҡыған булған. Шуға күрә лә музей был уҡыу йорто урынлашҡан урында ҡоролған.
Фотолар "Бәйләнештә" селтәрендәге "Типичный Баймак" төркөмөнән алынды.

Алтын табыусыларға музей асылды
Алтын табыусыларға музей асылды
Алтын табыусыларға музей асылды







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға