«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пистолет менән ҡурҡытып, магазин талаған



03.09.2014 Пистолет менән ҡурҡытып, магазин талаған

Пистолет менән ҡурҡытып, магазин талаған Салауат ҡалаһында йәшәүсе 18 йәшлек егет үткән шәмбелә Салауат Юлаев булварындағы магазинға инеп, һатыусыға пневматик пистолет тоҫҡап, бер шешә коньяҡ талап иткән. Тегенеһе егеттең ҡулында ысын ҡорал түгел икәнен күргән һәм уны ҡыуып сығарған.
Бешмәгән талаусы аптырап тормаған, күршеләге магазинға ингән. Ул йәнә пистолет менән ҡурҡытып, һатыусынан араҡы һәм коньяк талап алған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре егетте уның таныштарында, шешәләрҙәге эсемлекте бушатып бөткән мәлендә ҡулға алған. Әйткәндәй, енәйәтсенең табындашы уның магазин талағанын белмәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға