«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы » “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы



02.09.2014 “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

Бөтә донъя буйлап шаулап барған Ice Bucket Challenge “боҙло биҙрә” флешмобына “Йәшлек”тәр ҙә ҡушылды. Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәле янында “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров һәм водителе Тимур Ишкинин үтеп барыусыларҙы аптыратып, өҫтәренә берәр биҙрә һалҡын ҡойҙо. Шуның менән улар кисә, баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында үткән "Сәләм, студент!" байрамында “Юлдаш” радиоһы Артур Хәсән улына тапшырған эстафетаны ҡабул итте.

Әйткәндәй, 1 сентябрҙәге байрамда Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йырсы Алһыу Сафина ла флешмобта ҡатнашырға саҡырылды. Улар боҙло һыуҙа ҡойонормо-юҡмы әлегә билдәһеҙ. Әммә “Йәшлек”тәр мәрхәмәтлек эстафетаһын ҡабул итеп, артабан “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовҡа һәм “Ватандаш” журналының баш мөхәрирре Азамат Юлдашбаевҡа тапшырҙы. Улар флешмобтың шарты буйынса 24 сәғәт эсендә боҙло һыу менән ҡойоноп, эстафетаны артабан тапшырырға тейеш.

Фотоһүрәттәрҙән уң яҡта һылтанма буйынса инеп видеоларҙы ҡарарға мөмкин

“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы"Юлдаш"тар Ice Bucket Challenge акцияһын "Йәшлек"кә тапшыра
“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

"Йәшлек"тәр флешмобты ҡабул итте







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға