«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Классик музыка марафоны”



02.09.2014 “Классик музыка марафоны”

“Классик музыка марафоны” Баш ҡалала 4 сентябрҙә “Классик музыка марафоны”на старт биреләсәк. Ул 1, 11 һәм 19 сентябрҙә буласаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры менән хоры, БР Милли симфоник оркестры сығыш яһаясаҡ. Музыканттар өсөн сәхнә һәм тамашасылар өсөн ултырыу урындары ҡоролмаясаҡ. Концерттар Салауат Юлаев майҙанында киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға