«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш+» музыка каналы үҙ тыңлаусыларын көтә



02.09.2014 «Юлдаш+» музыка каналы үҙ тыңлаусыларын көтә

«Юлдаш+» музыка каналы үҙ тыңлаусыларын көтәИнтернетта тағы ла бер радиостанция асылды. «Юлдаш+» музыка каналы тип исемләнгән проекттың йырҙары, тапшырыуҙары күбеһенсә йәштәргә тәғәйенләнгән. Бында тәүлек әйләнәһенә башҡорт эстрадаһы, төрки телле йырсыларҙың ижадын тыңлап, сәләмдәр, ҡотлауҙар тапшырып була. Иң һуңғы яңылыҡтар ҙа урын аласаҡ. Ә бына үҙ-үҙҙәрен танытырға теләүселәр промо системаһын ҡуллана аласаҡ. Унда йәш йырсылар ижад емештәрен һала аласаҡ.
Каналдың сайтында йәш йырсыларҙың фотолары, концерттарҙан репортаждар урын аласаҡ. Йәштәргә ҡыҙыҡлы темаларға аралашырға мөмкинлек биргән форум да үҙ эшен башлаясаҡ.
Радионың адресы - http://uldashplus.ru/







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға