«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән?



29.08.2014 Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән?

Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән? Баймаҡ районы үҙенең яңы геральдикаһын һайлау тураһында конкурс иғлан итте. Герб һәм флагтың эскиздары район хакимиәте сайтында күрһәтелгән һәм һәр кем уларға үҙенең тауышын бирә ала. Әлегә унда респонденттарҙың яртыһынан күбе яңы гербҡа өҫтөнлөк биргән, ә бына флагты ни бары 30 проценты ғына һайлаған.
Герб һәм флаг проектына конкурс бер ай элек иғлан ителгән. Районда йәшәүселәр 2006 йылда ҡабул ителгән символиканы үҙ итмәй икән. Гербта төшөрөлгән ярыш атының ғәҙәти булмаған позала артҡа ҡарауы күп һорау тыуҙыра.
Кешеләр үҙҙәренең тәҡдимдәре менән хакимиәт сайтында йәки конкурс комиссияһының (34751) 2-12-76 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән? Баймаҡтарҙың яңы гербы һәм флагы нисек булыр икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға