«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Яндекс” Өфө панорамаларын яңырта



29.08.2014 “Яндекс” Өфө панорамаларын яңырта

“Яндекс” Өфө панорамаларын яңырта Интернет селтәрен гиҙеүселәрҙең “Яндекс” эҙләү системаһындағы панорамаларға иғтибар иткәне барҙыр. Төрлө ҡалаларҙың, тәбиғәт күренештәрен әйләнеп ҡарарға мөмкинлек биргән был сервиста Өфө лә бар.
Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙың панорама фотолары яңыртыласаҡ. Быға тиклемгеһе 2011 йылда уҡ төшөрөлөп ҡуйылған булған. Өс йылда бик күп нәмә үҙгәргән: ҡайһы бер урамдар киңәйтелгән, йорттар ҡалҡып сыҡҡан, иҫкеләре танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
“Яндекс” Өфөнөң бөтә райондарының панорамаһын эшләргә теләк белдергән. Дим, “Сипайлово”, “Инорс” биҫтәләре, Пугачев урамынан көньяҡҡа ҡарай Непейцев дендропаркының фотолары ҡуйыласаҡ.
Әле компанияның махсус автомобиле урамдарҙы фотоға төшөрә. Белгестәр 360 саҡрым самаһы араны панорамаларға индерәсәк. Күренештәр бер нисә айҙан әҙер буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға