«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағиҙел йылғаһы буйында - яңы сквер



29.08.2014 Ағиҙел йылғаһы буйында - яңы сквер

Ағиҙел йылғаһы буйында - яңы сквер Өфөнөң Күпер алды биҫтәһендәге «Тулҡын» магазины эргәһендә яңы сквер асылды.
Ике йылға һуҙылған реконструкциялау мәлендә унда ҡайын, шыршы ултыртылған. Бынан тыш, скверҙа туя, зәңгәр шыршы һәм башҡа ағастар ҙа үҫә. Газон үләне сәселгән, йәшел үҫентеләр ултыртыу өсөн бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған.
Скверҙа кешеләр өсөн асфальт юл һалынған. Сүкелгән биҙәктәр менән яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары урынлаштырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға