«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...



08.08.2014 Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...

Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы,
Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар.
Тау артынан тағы тауҙар үҫкән,
Бармы сигең? Ҡайһы тарафта?
Өндәшмәйҙәр тауҙар, болоттар ҙа
Серле итеп тынып ҡалғандар.
Офоҡтарҙы ҡосоп бейек тауҙар
Татлы йоҡоларға талғандар.


Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...Йәй – уңған ҡыҙ, йәйеп ҡуя һалған
Яландарға сәскә келәмен.
Эй, матурлыҡ!
Шундай тылсымлы һин,
Күңелгә көс, илһам бирәһең.
Ҡояш нуры гөл-сәскәләр менән
Бейегәндә елдең моңона,
Сихырланып ошо матурлыҡтан,
Күңелдәргә дәрттәр уйыла.
Бәхет татып ошо гүзәллектән,
Урғылдырып илһам шишмәһен,
Ғүмерҙәрҙең бәрәкәтен күреп,
Һәр бер кеше матур йәшәһен.

Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...Болоттарҙан гүйә, ямғыр түгел,
Аҡ томандар ергә һибелә.
Шул томанды ҡосоп
бейек тауҙар,
Тын йоҡоға талған бер мәлгә.
Үҙәндәрҙән, урман араһынан
Баш ҡалҡыта шаян томандар.
Өркөтөүҙән ҡурҡып ошо мәлде,
Хатта елдәр тынып ҡалғандар.

Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...Ауылдарҙың хәтер һандыҡтары,
Ейәндәрҙең әҙәп-тәртибе,
Килендәрҙең ергә берегеүе,
Ашар ризыҡтарҙың һәр төрө,
Йорт-ҡураның ныҡлы нигеҙҙәре,
Сәсәндәрҙең әйтер һүҙҙәре,
Именлеге йәшәр илебеҙҙең,
Дошмандарҙың сүгер теҙҙәре,
Ир-аттарҙың ҡылыр батырлығы,
Милләтемдең һүнмәҫ байлығы –
Ағинәйҙәр тора аҡыл булып,
Күңелдәре кеүек, рухы кеүек,
Ап-аҡтан бит улар яулығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға