«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афарин, ишҡолдар!



26.11.2010 Афарин, ишҡолдар!

"Бөтә синыф менән - "Йәшлек"кә!" конкурсын иғлан итеп тә өлгөрмәнек, Ишҡол мәктбе уҡыусыларынан хат килеп тә төштө. Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ: алдағы йылға бөтөн синыф менән "Йәшлек"кә яҙылдыҡ. Беҙҙең класта 17 уҡыусы белем ала. Уҡыуҙа ла, мәктәптән тыш сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Беренсе сиректе лә уңышлы ғына тамамланыҡ. Быйылғы уҡыу йылында маҡсатыбыҙ - имтихандарҙы яҡшы билделәргә тапшырып, аттестат алыу. Класыбыҙҙа һәләтле уҡыусылар күп. Шуларҙың береһә - Илмира. Ул матур йырлай, синтезатора уйнай. Бейегәндә осҡон сәсрәтеүсе бейеүселәребеҙ ҙә, спортта тәүге уңыштарға өлгешеүсе егеттәребеҙ ҙә бар. Беҙ нимә генә эшләһәк тә гел бергәбеҙ. Каникулдарҙы ла бергә уҙғарабыҙ. Былтыр Магнитогорск ҡалаһына цирка, аквапаркка, музейҙарға барҙыҡ. Йәйгеһен Яҡтыкүл, Талҡаҫ буйҙарында ял иттек. Бына шулай дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Класс етәксебеҙ Фатима Йәноҙаҡ ҡыҙы Мәхийәнова беҙҙе шулай ойоштороп алып йөрөй. Уның дәрестәре иһә үҙе тормош мәктәбе.", тип яҙа улар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға