«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Араҡы менән бензин ҡиммәтләнә



26.11.2010 Араҡы менән бензин ҡиммәтләнә

Дәүләт Думаһы депутаттары яңы закон ҡабул итте - уның буйынса 2011 - 2013 йылдарҙа алкоголь продукцияларына, тәмәке һәм бензинға хаҡ артасаҡ.
Яңы документ эсергә һәм тәмәке тартырға яратҡандарға ҙур ғына сығымдар килтерәсәк. Хаҡтарҙы индексациялау ярҙамында дәүләт ҡаҙнаһына 2001 йылда уҡ 109,9 миллиард һум аҡса инәсәк тип планлаштырыла.
Акциздарға хаҡ һиҙелерлек артасаҡ. Мәҫәлән, 2011 йылда этил спиртына һәм алкоголь продукцияһына хаҡтар 10 - 42,9 процентҡа күтәрелә. Хаҡ артыуы шараптарҙы ла, араҡыны ла, һыраны ла көтә. Тәмәкегә лә хаҡ ныҡ күтәрелә - фильтрлы сигареттарҙы 36,6 процентҡа ҡиммәтерәккә һатасаҡтар. Ә инде фильтрһыҙ тәмәке һәм папиростарҙың хаҡы 124 процент юғарыға менәсәк. Әйткәндәй, ни өсөн тап арзанлы папиростарға хаҡ нығыраҡ арта икәнлеге аңлашылып бөтмәй. Ни тиһәң дә, тәмәкенең был төрөн оло йәштәгеләр һәм аҡсаһы аҙыраҡ булғандар көйрәтә.
2011 йылда бензинға хаҡ яҡынса 50 тингә күтәреләсәк тип планлаштырыла. Ә инде шешә араҡы кәмендә 150 һум торасаҡ. Әле йәшел йыландың иң арзанын 89 һумға алып була.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға