«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Толпар» буллит серияһында отолдо



26.11.2010 «Толпар» буллит серияһында отолдо

Үҫмерҙәр беренселегендә сығыш яһаусы Өфөнөң «Толпар» хоккейсылары Новокузнецкиҙа «Кузнецкие медведи» командаһы менән уйнап, уларға буллит серияһында отолдо. Осрашыу төп һәм өҫтәмә ваҡытта 2:2 иҫәбендә тамамлағас, мергәнлек бәйгеһендә хужалар оҫтараҡ булып сыҡты. Әлегә "Толпар"ҙар 26 уйындан һуң 48 мәрәй яулап, үҙ дивизионында ныҡлы өсөнсө урында урынлашҡан.
Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында уңышлы уйнаған Нефтекамскиҙың "Торос"ы, бөгөн, Мәскәүҙә заманында билдәле булған «Крылья Советов» командаһы менән осрашасаҡ.
«Торос» иһә, 25 уйындан 58 мәрәй туплап, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға