«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң яҡшы бишәүҙең береһе - Өфө



26.11.2010 Иң яҡшы бишәүҙең береһе - Өфө

«РБК» журналы «Рустә ҡайҙа йәшәү яҡшы?» тигән ҡалалар рейтингын баҫып сығарҙы. Үткән йыл менән сағыштырғанда бер пунктҡа алға күсеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы бишенсе урынға күтәрелгән. Өфөнән алда – Краснодар, Пермь, ҡаҙан һәм Силәбе.
Рейтинг төҙөгәндә Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш 63 ҡала ҡатнашҡан. Аналитиктар тауар һәм хеҙмәтләндереү хаҡы, уларҙың халыҡ өсөн арзан-ҡиммәтлелеген сағыштырған. Журнал хеҙмәткәрҙәре бер дана «теленгән» икмәк, бер ҡап һөт, сигарет, газлы эсемлектәр кеүек аҙыҡ-түлек хаҡын анализлаған. Йәмәғәт транспортында, таксиҙа йөрөү, коммуналь түләүҙәр, ҡала үҙәгендә урынлашҡан күңел асыу комплексында бер сәғәт боулинг уйнау хаҡтары ла ситтә ҡалмаған. Һәм, әлбиттә, уртаса эш хаҡын да онотмағандар.
Әйткәндәй, «Эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы ҡала» исемлегендә Өфө дүртенсе баҫҡыста. Тәүге өсәү – Краснодар, Екатеринбург һәм Сочи. Беҙҙең тағы бер эре ҡалабыҙ Стәрлетамаҡ 31-се генә урында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға