«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыш бабай бүләк әҙерләй башлаған, ти...



26.11.2010 Ҡыш бабай бүләк әҙерләй башлаған, ти...

Яңы йыл барыбыҙ ҙа көтөп алған матур, мөғжизәләргә бай байрамдарҙың береһе. Айырыуса, балалар һағынып, түҙемһеҙләнеп көтә уны. ҡыш бабайҙы күрер, бүләк алыр өсөн... Моғайын, күптәре ниндәй бүләк өмөт итеүҙәрен, аҡ һаҡаллы бабайҙан нимә һорарға теләүен аңғарта башлағандыр ҙа инде. Минең үҙемә, мәҫәлән, Яңы йыл бүләген почта аша алыуы оҡшай. ҡыш бабайға хат яҙып, нимә хаҡында хыялланыуыңды теҙеп яҙып, бүләккә лайыҡ булыуы үҙе бер ваҡиға. Бигерәк тә балалар ярата был күңелле мәшәҡәтте. Әле баш ҡалала "тылсымлы почта" эш башлаған да инде. "Өфө" универмагы туҡталышында махсус йәшниккә теләге булған һәр кем ҡыш бабайға хат яҙып һала ала. Иң матур йөкмәткеле хат авторҙарына Яңы йыл иртәлектәренә саҡырыу ҡағыҙы ебәреләсәк. Уға эйә булыр өсөн ни бары быйыл башҡарған матур, изге эштәрең тураһында һөйләү етә. Почта конкурсында ҡатнашыусыларға сәләмдәр 10-31 декабргә тиклем киләсәк. Шәп бит! Әйткәндәй, хатты йәшниккә генә түгел, ә 450047, Өфө ҡалаһы, «ҡыш бабайға» адресы буйынса ла ебәрергә мөмкин.










Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға