«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөк машиналарына юл ябыла



25.11.2010 Йөк машиналарына юл ябыла

Мәскәү етәкселеге ҡалаға йөк машиналарын индереүҙе сикләү тураһындағы вәғәҙәне үтәй башламаҡсы. 15 ғинуарҙан һуң тонна ярым йөгө булған автомобилдәргә иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-ға тиклем ҡала буйлап хәрәкәт итеү тыйыла. Бынан тыш, ҡалала ике ҡатлы юлдар төҙөү һәм парковкаларҙы түләүле итеү тураһынла ла һүҙ бара. Был сараларҙың төп маҡсаты юл тығындарын бушатыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2004 йылда йөк автомобилдәренә кала үҙәгендә йөрөү тыйылғайны. Ә былтыр көҙҙән Евро-2 экологик стандарттан түбән булған йөк автомобилдәре хужаларына кеҫәләрен ҡапшап ҡарарга тура киләсәк. Сөнки Финанс министрлығы индергән төҙәтеүҙәргә ярашлы, 12 тоннанан ашыу йөгө булған автомобилдәргә һалым һалынасаҡ. Был аҡсалар йөк машиналары боҙған юлдарҙы рәтләүгә тотоноласаҡ. .








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға