«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Минималь эш хаҡы арта



25.11.2010 Минималь эш хаҡы арта

Хәҙер Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һумдан да кәмерәк булмаясаҡ
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы арта. Был хаҡта килешеүгә республика Хөкүмәтендә ҡул ҡуйҙылар. Шулай уҡ быйылғы йылдың декабрендә бөтә бюджетниктар ҙа бер оклад күләмендә өҫтәлмә аҡса аласаҡ. Был маҡсатта республика бюджетынан 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә өҫтәлмә түләүҙәр өсөн 680 миллион һум ҡаралған.
2011 йылдың 1 июненән бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы 6,5 процентҡа артасаҡ. Ә инде 2015 йылға тиклем уларҙың эш хаҡы бер ярым тапҡырға күтәреләсәк тип көтөлә.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға