«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ағиҙел" ҡыҙҙары һынау тота



25.11.2010 "Ағиҙел" ҡыҙҙары һынау тота

Өфөнөң "Ағиҙел" хоккей командаһы ҡыҙҙары Рәсәй беренселегендәге дебют осрашыуҙарын был юлы Силәбелә урындағы "Факел" командаһы менән дауам итәсәк. Әлегә беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ҡыуандырғаны юҡ. 12 уйындан һуң, улар иҫәбендә 0 мәрәй. Шайба айырмаһы ла ҡот осҡос... (7-184, дәғүәселәр файҙаһына). "Факел" иһә, 16 мәрәй менән өсөнсө урында урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелергә урын юҡ. Еңеүҙәр алда булыр, әле моғайын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға