«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшен 101 баш һарыҡты атҡан



20.06.2014 Йәшен 101 баш һарыҡты атҡан

Йәшен 101 баш һарыҡты атҡан 19 июндә Шаран районының Ҡортотел ауылы халҡы йәшенле ямғырҙан ҙур зыян күрҙе. Сөн йылғаһы янында үҫкән ағасҡа йәшен ата һәм аҫта ямғырҙан ышыҡланып торған һарыҡ көтөүе электр разрядынан һәләк булды. Бәхеткә күрә, был хәл көтөүсенең ситкә киткән мәленә тура килгән. Ул бик ныҡ гөрһөлдәүҙе ишеткән һәм ағас башынан төтөн сығыуын күргән. Унан һуң һарыҡтар тырым-тыраҡай ҡаса башлаған.

Йәшен 101 баш һарыҡтың башына еткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға