«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобилселәрҙе яңы юл тамғаһы көтә



20.06.2014 Автомобилселәрҙе яңы юл тамғаһы көтә

Автомобилселәрҙе яңы юл тамғаһы көтә 1 октябрҙән Рәсәй буйынса яңы юл тамғаһы индерелеүе мөмкин. Унда ҡара фонда йәшел уҡ төшөрөлгән һәм ул водителдәргә юл сатында уң яҡҡа светофорҙың ҡыҙыл сигналы булһа ла боролоу хоҡуғын бирә. Тамға юл йөрөү ҡағиҙәләренә һәм уға бәйле ГОСТ-арҙа ла урын аласаҡ.

Ҡыҙыл утҡа уңға боролоу проектын “Пробок.нет” порталы уйлап сығарған. Йыл дауамында Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Белгород өлкәләрендә автомобилселәр ун өс юл сатында һынау рәүешендә яңы юл тамғалары буйынса йөрөнө. Һөҙөмтәлә эксперимент уңышлы үткән, уға бәйле юл-транспорт фажиғәләре лә теркәлмәгән. Яңы тамға юл сатының үткәреү сифатын 30 процентҡа арттыра, юлға ваҡытты кәметә, яғыулыҡ та аҙыраҡ исрафлана икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға