«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Заман афәтенә «Юҡ!» тип әйтәйек



25.11.2010 Заман афәтенә «Юҡ!» тип әйтәйек

2011 йылда Башҡортостандың бөтә мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары наркотик ҡулланыуҙы асыҡлаусы экспресс-тест үтәсәк. Быйыл июндә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдең 2020 йылға тиклем наркотиктарға ҡаршы дәүләт сәйәсәте Стратегияһын раҫлаусы указына ҡул ҡуйҙы. Унда билдәләнгән профилактика саралары араһында йыл һайын диспансерлау сараһы менән ҡулланыусыларҙы наркотик бәйлелектең башланғыс осоронда асыҡлау тураһында ла әйтелгән. Наркотестерҙар ошо юҫыҡта сығарыла ла инде. Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларында, Татарстанда студенттар йыл һайын ошондай тикшереүҙә ҡатнаша. Беҙҙең республикала ла наркотестар тураһында йәштәр, үҫмерҙәр яҡшы белә. Мәҫәлән, 2008 йылда Салауат ҡалаһында «Бөтә йөрәктән һаҡлайыҡ» тигән акция старт ала. Был программа сигендә, дөйөм алғанда, 120 меңдән ашыу экспресс-тест таратыла. 2009-2010 уҡыу йылында Өфө мәктәптәрендә 17850 бала (9-11 кластар) наркотик ҡулланыуға тест үткән. Киләһе йылда был сара ҡағиҙәһенә яңылыҡ та индерелгән – уҡыусыларҙы, студенттарҙы тест үтеүгә бер-ике көн ҡалғас ҡына иҫкәртәсәктәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға