«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ҙур спорт. Футбол»



19.06.2014 «Ҙур спорт. Футбол»

«Ҙур спорт. Футбол» Бразилияла барған футбол буйынса донъя чемпионаты фонында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙенсәлекле фотокүргәҙмәне ҡарай ала.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында футбол буйынса төрлө йылдарҙа үткән донъя чемпионаттарында планетаның иң яҡшы фотографтары төшөргән иң сағыу һәм уникаль кадрҙарҙан төҙөлгән «Ҙур спорт. Футбол» күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты.

Өфөлә уны «Рәсәй 2» телеканалы ойоштора. Баш ҡалабыҙҙан тыш, күргәҙмә бер үк ваҡытта Ҡазан, Ярославль, Түбәнге Новгород, Краснодар, Екатеринбург, Волгоград, Новосибирск, Пермь һәм Костромала үтә.

«Ҙур спорт. Футбол» ағалы-ҡустылы Люмьер исемендәге Фотоһүрәттәр үҙәге ярҙамында ойошторола. Экспозицияла 1930 йылдан алып төшөрөлгән рәсемдәр бар.

Күргәҙмә кисә асылды һәм уның менән менән бер ай дауамында БДПУ-ның Аҡ залында танышырға була. Футбол һөйөүселәр, рәхим итегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға