«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гимназияға уҡырға килегеҙ



13.06.2014 Гимназияға уҡырға килегеҙ

Гимназияға уҡырға килегеҙРәми Ғарипов исемендәге 1-ce башҡорт республика гимназия-интернаты 2014 йылдың 23 июнендә сәғәт 10-да 7-се класты тамамлаған уҡыусыларҙы 2014 – 2015 уҡыу йылына ҡабул итеү өсөн әңгәмә үткәрә.
Әңгәмәлә ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се клас­тан башлап бөтә уҡыу йылдарына өлгәшеү табеленең күсермәһе, тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү мотлаҡ.
Уҡыусыларҙың башҡорт теле, математика, рус теле фәндәре буйынса белем кимәле тикшереләсәк. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар киләһе уҡыу йылына гимназия-интернаттың 8-се класына уҡырға саҡырыласаҡ.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 88.
Иҫкәрмә: Өфө ҡалаһынан уҡыусылар ҡабул ителмәй.
Реклама.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға