«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мутлашыусыларға 411 мең һум аҡсаһын күсергән



16.06.2014 Мутлашыусыларға 411 мең һум аҡсаһын күсергән

Мутлашыусыларға 411 мең һум аҡсаһын күсергән Бөрө ҡалаһыныда йәшәүсе 55 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт иткән һәм “йәнәһе лә” банк хеҙмәткәрҙәре ебәргән смс-хәбәргә ышанып, улар әйткән һигеҙ телефон номерына 411 мең һум аҡсаһын күсергән. Мутлашыусылар быны сафтан сыҡҡан картаны кире тергеҙеү өсөн кәрәк, тигән.
Дежур участка полицейскийы Радик Закиров тиҙ арала “Билайн” операторҙарына был турала хәбәр иткән һәм 162 мең һум аҡса күсерелмәй ҡалған. Аферистар Һамар ҡалаһында теркәлгән телефон номерынан шылтыратҡан. Зыян күреүсе үҙе лә юғары белемле дәрәжәле кеше булһа ла, олпатлы тауышлы мутлашыусыларҙы ысын банк хеҙмәткәрҙәре, тип уйлаған.
Бөрөлә әле егермегә яҡын ошондай афера теркәлгән. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлау бик ҡыйын.
Граждандарға һаҡ булырға кәрәк. Банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да картаның ПИН-кодын һорамай йәки уның сафтан сығыуы тураһында телефондан хәбәр итмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға