«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БЕҘГӘ ГАСТАРБАЙТЕРҘАР КӘРӘК



24.11.2010 БЕҘГӘ ГАСТАРБАЙТЕРҘАР КӘРӘК

Мәскәү ҡалаһында эшләгән гастарбайтерҙарҙың эш хаҡын белеп, бөтә ил «аһ» итте. Баҡтиһәң, ситтән килеп беҙҙә эшләүселәр араһында байлыҡ туплағандар етерлек икән! Атап әйткәндә, гастрабайтер-сәғәт төҙәтеүсе илебеҙ баш ҡалаһында рәсми рәүештә айына 120 мең һум эш хаҡы ала. Сит ил вәкилдәре араһында программистар ҙа бар – уларҙың эш хаҡы 130 мең һум тирәһе. Сит ил банкыларының беҙҙәге филиалдарында эшләүсе гастарбайтерҙарҙың эш хаҡы бөтөнләй миллион һумдар тирәһендә өйөрөлә. Ә инде Мәскәүҙең бер фирмаһында сит илдән килгән белгескә айына 22 млн һум аҡса түләүҙәре бөтөнләй телһеҙ ҡалдыра яҙҙы.
Әлбиттә, йәшәү минимумы кимәлендә эш хаҡы алып йәшәгән сит ил кешеләре лә бар. Былары инде токарҙар, йөк тейәүселәр, бетонсылар, парикмахерҙар һәм урам һепереүселәр.
2010 йылда Рәсәйҙә эшләү өсөн 1944356 сит ил кешеһен йәлеп итеүгә мохтажлыҡ бар, тип билдәләнгәйне. Ә инде 2011 йылға 1745584 квота бүленсәк, тип раҫланды.
Илебеҙгә йыл һайын меңәрләгән гастарбайтер саҡырыуға мохтажлыҡ ысынлап та бар.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға