«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гүзәл зат үҙгәрә, йәмәғәт!



24.11.2010 Гүзәл зат үҙгәрә, йәмәғәт!

Аналитиктар үткәргән тикшереүҙәр, һуңғы ваҡытта хеҙмәт баҙарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемләшеүен асыҡлаған. Ул ғына ла түгел, гүзәл зат ҙур компанияларға ла күпләп тәғәйенләнә. Өҫтәүенә, ябай булмаған иҡтисади хәлдән дә көсһөҙ зат вәкилдәре еңелерәк сыға икән. Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының сектор мөдире Михаилом Чернышов та, иҡтисади көрсөк ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урынын ҡырҡа үҙгәртте, тип билдәләй. Баҡтиһәң, улар предприятиеға ауыр ваҡытта мөһим булған кәрәкле сифаттарға эйә. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ партнерҙар менән тиҙ генә уртаҡ фекергә килә, килешә, "көйләй" ала. Шуға күрә урта звенола етәкселек итеүселәр араһында ла улар байтаҡ ҡына. Ә эш хаҡына килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙың талабы көслө заттыҡына ҡарағанда түбәнерәк. Эксперттар быны, гүзәл зат өйгә ваҡытын бүлергә тырышыуы менән аңлата. Тимәк, эш былай барһа, киләсәктә тыуым тағы ла кәмемәҫ тимә!










Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға