«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миәкә йәштәренең дә хәҙер үҙ иттифағы бар



24.11.2010 Миәкә йәштәренең дә хәҙер үҙ иттифағы бар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә йылдан-йыл яҡташтар ойошмаһы барлыҡҡа килә бара, бер район студенттары, йәштәре берләшеп, аралаша, байрамдар ойоштора, күңел аса. Һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарарлыҡ. Ниһәйәт, беҙҙең район да әүҙемлек күрһәтә башланы. Миәкә йәштәре иттифағы барлыҡҡа килеү тураһында хәбәр ишетеп ҡалғас, шатлығымдың сиге булманы. Афарин!
Тиҙҙән тәүге байрамыбыҙ ҙа көтөлә. Беренсе курсҡа уҡырға килеүселәрҙе тәбрикләйәсәкбеҙ. Бөтәһен дә байрамда көтөп ҡалабыҙ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға