«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуытҡыс артына йәшенгән бур



28.05.2014 Һыуытҡыс артына йәшенгән бур

Һыуытҡыс артына йәшенгән бур Нефтекама ҡалаһынының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең пультына иртә менән сигнал килә һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар Социалистик урамында урынлашҡан магазинға йүнәлә. Ваҡиға урынында улар ярылған тәҙрәне күрә.
Полицейскийҙарҙың шулай тиҙ арала килеп етеүен бур көтмәгән була. Ул касса аппаратынан урлаған 7 мең һум аҡсаны йәшереп өлгөрмәгән. Енәйәтсе, элек тә хөкөм ителгән 24 йәшлек егет, һыуытҡыс артына боҫҡан булған.
Әле уға ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға