«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарғаларҙан һаҡ булығыҙ!



28.05.2014 Ҡарғаларҙан һаҡ булығыҙ!

Ҡарғаларҙан һаҡ булығыҙ!Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр ғәҙәти булмаған хәл буйынса “112 Ҡотҡарыу хеҙмәте”нә шылтыратҡан. Йорт янында ҡарға тубы үтеп барыусыларға һөжүм иткән. Улар ҡолаҡ тондороп ҡарҡылдаған, ҡапыл осоп төшкән һәм суҡырға ла маташҡан.
Ҡотҡарыусылар ғауғаның сәбәбен асыҡлаған – ояһынан ҡарға балаһы ҡолап төшкән. Шуға күрә лә ҡоштар үтеп барыусыларға һөжүм иткән.
Май-июнь айҙарында ҡарғалар бала сығара. Улар бик аҡыллы ҡоштар. Шуға күрә ояларын һәм себештәрен агрессив һаҡлай, туптары менән ҡаршы тороуҙары ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға