«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡала көнө 12 июндә үтәсәк



26.05.2014 Ҡала көнө 12 июндә үтәсәк

Ҡала көнө 12 июндә үтәсәк Быйыл Өфө үҙенең 440 йыллығын билдәләй. Төп байрам саралары 12 июндә Ленин майҙанында уҙасаҡ. Программала ике өлөштән торған театрлаштырылған тамаша үткәреү ҡаралған. Майҙанда башҡорт тирмәләре урынлаштырылып, унда төрлө халыҡ кәсептәре менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Был көндө спорт ярыштары ла ойоштороласаҡ. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда милли көрәш буйынса асыҡ кубокка баһадирҙар көс һынашасаҡ. Ә Дуҫлыҡ монументы янында һыу спорты төрҙәре буйынса ярыш үткәреләсәк.
Быйыл Ленин урамы автомобилдәр өсөн ябылып, йәйәүлеләр өсөн юл булдырылмаясаҡ. Байрам киске 12-се яртыла Ленин майҙанында байрам фейерверкы менән тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға