«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милицияға - сит ил автомобилдәре



24.11.2010 Милицияға - сит ил автомобилдәре

Башҡортостан милицияһына өр-яңы машиналар бирелде. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған машиналарҙың моделдәре төрлө, сит илдекеләре лә бар.
Яңы машиналар республиканың төрлө урындарында эшләгән милиционерҙарға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры Игорь Алешиндың ҡулынан авто асҡысын алыу бәхете Салауат, Ишембай, Ағиҙел, Дәүләкән һәм Баймаҡ ҡалалары, Әлшәй районыны вәкилдәренә эләкте. Уларға заманса технологиялар менән йыһазландырылған «Газель» машиналары тапшырылды. Өфө милицияһының да дежур бүлексәләре ошондай уҡ машиналарға эйә булды.
Бер нисә яңы Ford Focus милицияның эҙләү, финанс-иҡтисади идара итеү, медицина-санитария бүлексәләренә тапшырылды. Шулай уҡ Fiat Ducato, Газ-2705 машиналары ла милицияның гаражында урын тапты.
Лилиә СИРАЕВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға