«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Әлифбанан бер себеш»



23.05.2014 «Әлифбанан бер себеш»

«Әлифбанан бер себеш» Иртәгә киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге сәхнәһендә (Баҡалы урамы, 3) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссеры - Л.Зайкаускас) моноспектакле ҡуйыла.
Спектаклде Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡара һәм ул рус телендә уйнала. Тамашанан һуң «Театр+ » мәҙәни форумы үтәсәк. Фекер алышыуҙа студенттар, йәштәр, тәрбиәселәр, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, театр әһелдәре — теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был мәҙәни проекттың сәнғәт аша тамашасыға, бигерәк тә йәштәргә тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға