«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күперҙән һыуға һикергән



14.05.2014 Күперҙән һыуға һикергән

Күперҙән һыуға һикергән Был дүшәмбелә баш ҡаланың Ҡотҡарыу хеҙмәтенә төшкө сәғәт 3 тирәһендә шылтыратып, Затон күперендә таянғыстар артына баҫып, һыуға һикерергә әҙерләнгән егет тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды, полиция, “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре барып етә.
Ҡотҡарыусылар менән әңгәмә барышында егет ни өсөн үҙ ирке менән донъя менән хушлашырға теләүен аңлата алмай. Уның бәйләнешһеҙ һөйләүенән наркотиктар ҡулланғанын аңлап ҡалалар.
Егет бер аҙҙан һикерә, ләкин уға батып үлергә ирек бирмәйҙәр. Ҡотҡарыусылар уны катер менән килеп, һыуҙан алып сыға.
24 йәшлек был егет Мәләүездән килгән булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға