«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ритайым”ға килегеҙ!



14.05.2014 “Ритайым”ға килегеҙ!

“Ритайым”ға килегеҙ!Ҡәҙерле башҡорт йәштәре!
Барығыҙҙы ла иртәгә, 15 майҙа киске сәғәт 7-лә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда үтәсәк «РИТАЙЫМ»ға саҡырабыҙ!
Беҙҙең маҡсатыбыҙ:
- йәштәрҙе бер-береһе менән таныштырыу,
- йәш быуында Ватанға, туған ергә, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү,
- ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы тергеҙеп, халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, уйындарын ойоштороу һәм күңел асыу.
Иҫерткес эсемлектәр менән килеү тыйыла. Сараға үҙегеҙҙең музыка уйын ҡоралдары (ҡурай, баян, гармун, гитара) менән һәм милли кейемдә килеү хуплана.
Тулыраҡ мәғлүмәт - “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БАШҠОРТ РИТАЙЫМЫ - 2014!!! ӨФӨ, ЯҘ)» төркөмөндә. Адресы - http://vk.com/event70240513.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға