«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “75-СЕ ЭКСПРЕСС” ҡайҙа илтә?



09.05.2014 “75-СЕ ЭКСПРЕСС” ҡайҙа илтә?

Х. Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында сираттағы ижад миҙгеле аҙағына ла яҡынлаша.

“75-СЕ ЭКСПРЕСС”   ҡайҙа илтә?Традицияға әүерелгән, күп тамашасы көтөп ал­ған III халыҡ-ара “Өфө-Зальцбург”, IV халыҡ-ара “Раштыуа осрашыу­ҙары”, XVIII халыҡ-ара “Алһыу пантера” джаз фестивалдәре гөрләп уҙҙы. Кескәй тамашасылар һәм йөклө ҡатындар өсөн “Бергә музыка тыңлайбыҙ” тип аталған концерттар циклы донъя классик музыкаһы, йәнһүрәттәрҙән, кинофильмдарҙан популяр музыкаль әҫәрҙәр менән өс йәшкә тиклем балалар­ҙы һәм буласаҡ ата-әсәләрҙе һөйөндөрҙө. Шулай уҡ был миҙгел ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле проекттарға бай булыуы менән билдәле. Филармонияға яңы һулыш өргән “Ҡом һәм музыка” проекты өфөләр өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы яңылыҡ булды. Тамашасы музыка оҙатыуында рәссамдың ҡом ярҙамында тыуҙырған мөғжизәле анимацияһынан торған концерт циклына кинәнеп йөрөнө, “Тәбиғәт моңо” тип аталған тамашаны дәррәү ҡаршы алды. Юбилей миҙгеле мәшһүр композитор, филармонияға исеме бирелгән Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы тамаша менән дә иҫтә ҡалды.
Шулай итеп, 14 майҙа Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һеҙҙе 75-се ижад миҙгелен ябыуға арналған тамашаға саҡыра. “75-се экспресс” тамашасыларҙы мәҙәни усаҡ барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле ваҡиғалар, даталар буйынса сәйәхәткә саҡыра. Концертта филармонияның барлыҡ артис­тары һәм коллективтары ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасыларҙы төрлө бүләктәр һәм сюрприздар көтә.
Төрлө музыка жанрҙарынан торған концерт программаһы, үҙенсәлекле биҙәлгән сәхнә, фойелағы актерҙарҙың антик осорҙағы образдарҙа тере һын булып тороуы һәм башҡа ҡыҙыҡлы күренештәр һәр кемдең күңеленә хуш килер. Филармонияның “тыуған көнөнә” рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға