«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “ӨДАТУ-ла – Авиация көнө”



13.05.2014 “ӨДАТУ-ла – Авиация көнө”

“ӨДАТУ-ла – Авиация көнө” Был шәмбелә “Өфө” аэропортында авиация-техник университетының ФАД һәм ФВО (газовка) авиация техникаһын һаҡлау урынында “ӨДАТУ-ла – Авиация көнө” исемле опен-эйр үткәреләсәк. Унда уҡыу йортоноң иң яҡшы музыкаль төркөмдәре сығыш яһаясаҡ, хәрби самолеттар янында фотоға төшөү һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ.
Авиация байрамы иртәнге сәғәт 12-се яртыла башланасаҡ. Әйткәндәй, ӨДАТУ-ҙың 1-се дөйөм ятағынан (Минһажев урамы, 158) автобусҡа ултырып барырға мөмкин. Ул сәғәт 11-ҙә ҡуҙғаласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға