«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡалала - “1000 велосипедсы көнө”



13.05.2014 Баш ҡалала - “1000 велосипедсы көнө”

Баш ҡалала - “1000 велосипедсы көнө” Ошо исем аҫтында 18 майҙа дүртенсе мәртәбә ҡала фестивале уҙасаҡ.
Быйылғы велоуҙыштың үҙенсәлеге – уны федераль кимәлдә ойоштороу. Илебеҙҙең бар төбәктәренән биш меңдән ашыу велосипедсының ҡатнашыуы көтөлә. Улар бер нисә саҡрым оҙонлоғондағы колоннала үҙәк урамдар буйлап үтәсәк.
Программала шулай уҡ 17 майҙа эшлекле форум, иң яҡшы Рәсәй спортсылары ҡатнашлығында экстремаль байк-шоу, концерт үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға