«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 4 июндә - «Симфония төнө»



13.05.2014 4 июндә - «Симфония төнө»

4 июндә - «Симфония төнө» Былтыр баш ҡаланың Конгресс-холы артындағы майҙанда БР Милли симфоник оркестры һәм музыка сәнғәте “йондоҙҙары” ҡатнашлығында асыҡ һауала концерт үткәрелде. Тәүге мәртәбә үткән опен-эйр тамашасыларға бик оҡшаны, майҙансыҡ “Өфө амфитеатры” исемен алды.
Быйылғы концерт 4 июндә үтәсәк һәм уға “Симфония төнө” исеме бирелгән. Күренекле сәнғәт әһелдәре менән республиканың Йәштәр симфоник оркестры үҙенең тамашаһын Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына арнаясаҡ. Репертуарҙа классик һәм хәҙерге заман музыкаһы өлгөләре - П.Чайковский, В.Моцарт, Ф.Лист, И.Брамс, Дж.Верди, Г.Свиридов, А.Пьяццолла, З.Исмәғилев, Х.Әхмәтов, И.Хисаметдиновтың һәм халыҡ йырҙары бар. “Симфония төнө” киске сәғәт 8-ҙә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға