«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 21 июндә - “Коляскалар парады”



13.05.2014 21 июндә - “Коляскалар парады”

21 июндә - “Коляскалар парады” Йыл да үткәрелгән был ғаилә байрамында ябай балалар коляскаларын, велосипедтарҙы ысын мәғәнәһендә уникаль транспорт сараһына әйләндереүселәрҙе күрергә мөмкин. Балалары менән ата-әсәләр ҙә төрлө әкиәт һәм кино геройҙары итеп кейенә. Былтыр, мәҫәлән, осоусылар, әкиәт геройҙары, карап һымаҡ экипаждар менән сығыш яһаусылар булған.
Барлығы алты номинация - “Үҙ ҡулдарың менән тюнинг”, “Беҙ банда булған өсөн!”, “Хыялланырға бер ҙә һуң түгел”, “Педалдәрҙе өйрөлтәм”, “Мульти-пульти”, “Баһадир сабыйҙар” иғлан ителгән. Парад төшкө сәғәт 2-лә “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайынан алып Яҡутов исмендәге ял һәм мәҙәниәт паркына, байрамдың төп өлөшө булған урынға барасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға